Хөкүмәт Рәйесе, формалаштырылған бюджеттың төп маҡсаты бюджет сикләүҙәрен һаҡлау шарттарында оҙайлы сроклы балансты тәьмин итеү булып тора, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Санкция баҫымын еңеп сығыу ғына түгел, өлөшләтә мобилизациялау шарттарында социаль әһәмиәтле сараларҙы ғәмәлгә ашырыу һәм иҡтисадтың реаль секторына дәүләт ярҙамы мөһим йүнәлештәр булып ҡала.
Алдағы өс йылға Башҡортостан Республикаһы бюджеты проектын төҙөү 2022 йыл бюджеты үтәлешенең көтөлгән йомғаҡтарынан һәм алдағы өс йылға республиканың социаль-иҡтисади үҫешенең күҙалланған күрһәткестәренән сығып тормошҡа ашырыла.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.