-9 °С
Болотло
Өфө ҡалаһы хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдереүҙәренсә, был вирус лаборатор рәүештә раҫланған.
"Роспотребнадзор"ҙың республика бүлексәһе белгестәре һаҡ булырға ҡуша. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһынан да иҫкәртәләр: сит илдәрҙә йөрөһәгеҙ, ҡайҙа ниндәй вирус барлығын белешегеҙ, ауырыу таралған ергә бармағыҙ. Әйткәндәй, гриптың был төрө малдан йоғоуы ихтимал. Шуға ла мал-хайуандарға тотонғандан һуң ҡул йыуырға онотмағыҙ. Икенсе төрлө был киҙеүҙе гонконг киҙеүе тип йөрөтәләр.