+8 °С
Ясна
"Одноклассники"
"Телеграм"
Реклама биреүселәргә
"Вконтакте"
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Октябрь 2022, 21:00
Кем улы һин, уныһы мөһим түгел!
Кем улы һин, уныһы мөһим түгел, Урыҫмы һин, башҡорт, татармы, Тыуған ергә һау ҡайтыуың кәрәк, Еңеп, һуғыш тигән "хәтәрҙе". Шәфҡәт фәрештәһе һаҡлап йөрөһөн, Хызыр Ильяс булһын юлдашың. Һинең иңдә, бала, бик оло йөк – Туптар шартлар урын юл башың. Ғүмер биргән әсәң көтә һине, Тормош йәрең, балаң – емешең. Утта янма, һыуҙа батма, һалдат, Ә Еңеүгә инһен өлөшөң. Еңеү яулап ,иҫән генә ҡайт һин, Һинән башҡа тормош булалмай. Ғаилә сәскәләре – балалар ҙа Һинән башҡа ергә тыуа алмай. Бер Хоҙайым! Һиңә ялбарабыҙ: Һинең ҡулда, Раббым, барыһы ла. Туҡтата күр, был афәтте, зинһар, Өмөтләндер инде, яҡшыға. Ирек бирмә шайтандарға, Тәңрем, Ташҡа йән өрөрлөк ҡөҙрәтең. Иҫән-һау ҡайтһындар ир-егеттәр, Халҡым көтә шәфҡәт – рәхмәтең. Фәриҙә ЙӘМИЛЕВА.
Кем улы һин, уныһы мөһим түгел!
Фото: Т. Аманов
Автор:
Гөлнара Солтанова
Читайте нас: