Юл-транспорт ваҡиғаһында "Лада" водителе һәм уның пассажиры, 20 йәшлек ҡыҙ, ауыр йәрәхәттәрҙән урында йән биргән. "ВАЗ"дың тағы ла ике пассажирына медицина ярҙамы талап ителгән. Шулай уҡ ХМАО-нан килгән "Хендай" водителе һәм уның пассажиры ла, 55 йәшлек ҡатын, дауаханаға оҙатылған. 20 йәшлек егеттең водитель таныҡлығы булмаған. Тикшереү башланған, уның барышында ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
Фото: БР ЮХХДИ.