Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Октябрь 2022, 09:26

Башҡортостан Хөкүмәтендә мөһим ҡарар сыҡты

Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе Андрей Назаров картуф һәм йәшелсә үҫтереүгә булышлыҡ итеү маҡсатында субсидия бүлеү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Хөкүмәтендә мөһим ҡарар сыҡты
Башҡортостан Хөкүмәтендә мөһим ҡарар сыҡты

Үҫемлекселек продукцияһы - аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенең төп базаларының береһе. Бында йәшелсәселек тә мөһим роль уйнай.

Премьер-министр белдереүенсә, республикала былтыр картуф менән тәьмин ителеш - 135, ҡыяр менән 136 процент булған. Халыҡ картуфты, башҡа йәшелсәләрҙе лә күпләп үҫтерә. Был культуралар етештереүҙе тағы ла арттырыу өсөн киләһе йылдан алып "Йәшелсәселек һәм картуф етештереү тармағын үҫтереү" федераль проекты ғәмәлгә ашырыла башлай.

- Ошо маҡсатҡа ил ҡаҙнаһында 5 млрд һум аҡса һалынған. Беҙҙең республика ла проектта ҡатнаша. 2023 йылда картуф һәм башҡа йәшелсә етештереүгә ярҙам йөҙөнән федераль һәм төбәк бюджетынан субсидия бүлеү күләме 71 млн һум буласаҡ, - тине Андрей Назаров.

Әйткәндәй, картуф үҫтереү буйынса беҙ илдә туғыҙынсы урында торабыҙ.

Киләһе йылға план да ҡуйылды: кәмендә 500 мең тонна - картуф, 300 мең тонна йәшелсә етештерергә.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: