Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Октябрь 2022, 21:30

Бахыр машиналар...

Баяғы видеола күреүегеҙсә, бер ҡыҙ, һөйгәне уны ташлағас, егеттең машинаһын ҡыйратты ғына. Ярай, ул йәш баланың башында ел уйнап торалыр ҙа, ә бына Өфөнән 51 йәшлек ир элек бергә йәшәгән 33 йәшлек ҡатындың машинаһын яндырғанда нимәһе менән уйланы икән?!

Бахыр машиналар...
Бахыр машиналар...

51 йәшлек ир менән 33 йәшлек ҡатын бер учреждениела эшләгәндә танышҡан. Былтыр сентябрҙә улар бергә йәшәй башлаған. Һөйөү "Титанигы" һигеҙ айҙан һуң "тишелгән": ныҡ итеп асыуланышҡандан һуң ир һөйгәненең машинаһын урлап алып китә. Ҡатын шәхси мөлкәтен нисек кире ҡайтарырға белмәй, полицияға ғариза яҙа. Иргә ҡарата енәйәт эше асыла.

Ләкин ошо ваҡиғанан һуң был икәү нисектер ҡабат ҡауыша. Быйыл сентябрь айында ирҙең көнләшеүе арҡаһында тағы ирешәләр ҙә, ҡатын унан китә. Шулай ҙа ир һөйгәне менән яңынан ҡауышыуға өмөтөн өҙмәй. Ирҙең һөйләүенсә, осраҡлы ғына рәүештә ҡатындың машинаһын медицина учреждениеһы биләмәһендә абайлап (ҡатын шунда шәҡәт туташы булып эшләй), уның "Тиҙ ярҙам" машинаһынан сыҡҡанын күрә. Һәм ҡатындың "KIA"һын яндырып, үҙе тураһында иҫләтергә була...

Машинаны тергеҙерлек түгел. Көнсөл иргә ҡарата енәйәт эше асылған. Ул машинаның хаҡын (миллион һумдан ашыу) ҡапларға вәғәҙә итә.

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

 

Бахыр машиналар...
Бахыр машиналар...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: