Ағайлы-ҡустылы Илдар менән Азат Муллахмәтовтар 1992 йылда бал ҡорттары менән осраҡлы ғына ҡыҙыҡһына башлай. Күршеләрендә өлкән йәштәге умартасының айырылған күсе уларҙың йортоноң тәҙрә төбөнә һырығас, күрше бабай уны егеттәргә бүләк итә.
Йүнселдәр бал ҡорттарын яйлап үрсетә, үҙҙәре лә уларҙы тәрбиәләү буйынса курстар үтә.
Әле урындағы мәктәп ашханаһына Муллахмәтовтар һәр саҡ бал бирә – балалар күпме ашай ала, тәмлекәс менән шунса һыйлана ала.
Бер нисә йыл элек умартасылар үҙәк ауыл урамына фонарҙар ҡуйған, мәсеткә электр уты үткәргән, уны йүнәтергә ярҙам иткән.
– Ислам хәҙистәрендә һәм аяттарында, яҡындарға ярҙам итергә кәрәк, тиелә. Мосолман йоҡларға ятһа, ә күршеһе ас булһа, был ғонаһ. Донбаста ла – күршеләребеҙ, дуҫтарыбыҙ. Уларға күпме кәрәк, шунса бал оҙатасаҡбыҙ, – ти Илдар Муллахмәтов.
Ғаилә бизнесы үҫешенә ҙур команда тос өлөш индерә. Ағайлы-ҡустылының ҡатындары, балалары, туғандары дөйөм эшкә үҙ көсөн йәлләмәй. Әйткәндәй, Илдар менән Азат урындағы мәсеттә имам-хатиб булып та хеҙмәт итә.
Фото: Т. Аманов