Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Октябрь , 13:24

Аллеяның исемен рәсмиләштереү өсөн тауыш бирегеҙ

Өфө ҡалаһының Дан бульварындағы аллея ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, легендар осоусы Муса Гәрәевтың исемен йөрөтә. Хәҙер уны рәсмиләштерергә кәрәк.

Аллеяның исемен рәсмиләштереү өсөн тауыш бирегеҙ
Аллеяның исемен рәсмиләштереү өсөн тауыш бирегеҙ

Баш ҡала халҡы ufacity.info. сайтында опрос.уфа.рф бүлегендә тауыш бирә ала. Теркәлеү мотлаҡ. Тауыш биреү 28 октябргә тиклем бара.

Әле Дан бульварын ремонтлайҙар. Асфальт йәйелгән, түтәлдәргә урын ҡалдырылған, балалар майҙансығы эшләнгән. Яҡтылыҡ та үҙенсәлекле – кисен тротуар осош юлын хәтерләтә. Муса Гәрәевҡа арналған аллея ла яңыртыла. Унда батырҙың таш һыны ла бар.

Фото: Автор фотоһы.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в