Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Октябрь 2022, 18:15

"Алға" махсус иҡтисади зонаһы - "Йыл асышы"

Һуңғы ике тиҫтә йылда Башҡортостандың иң әһәмиәтле ваҡиғалары исемлегендә "Алға" айырым иҡтисади зонаһын булдырыу ҙа бар. 

"Алға" махсус иҡтисади зонаһы - "Йыл асышы"
"Алға" махсус иҡтисади зонаһы - "Йыл асышы"

Был исемлекте "20 йыл эсендә Рәсәйҙең 20 төп ваҡиғаһы" милли проектын тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнгән 1MI холдингы менән "ИРИ" ойошмаһы төҙөгән.

- 2019 йылда "Алға" махсус иҡтисади зонаһы булдырылғандан алып, уның биләмәһендә инвестицияларҙың дөйөм күләме 25 миллиард һумдан ашыу булған 12 резидент теркәлде. Беҙҙә бик үҙенсәлекле проекттары булған резиденттар бар, мәҫәлән, "Биорон" компанияһы, уның планында - В2 витаминын (рибофлавинде) етештереү, - тине БР Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.

2021 йыл йомғаҡтары буйынса "Алға" Рәсәйҙә сәнәғәт-производство тибындағы махсус иҡтисади зоналар араһында иң йылдам үҫешкән зона һәм "Йыл асышы"  тип танылған.

- Беҙ "Алға" махсус иҡтисади зонаһы биләмәләрен киңәйтеүҙе планлаштырабыҙ. Федераль властар был башланғысты хупланы. Башҡортостан Хөкүмәте Үҫеш корпорацияһы менән берлектә уны тормошҡа ашырыу буйынса Юл картаһын әҙерләне һәм әле "Өфө" индустриаль паркын "Алға" махсус иҡтисади зонаға индереү өсөн Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығына заявка әҙерләү өҫтөндә эш алып барыла, - тине Наил Ғәббәсов.

Фото:https: pravitelstvorb.ru

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: