Быйыл премияға түбәндәгеләр лайыҡ булды:
Шамил Шәрипов, Евгений Семивеличенко, Евгений Марчуков, Павел Романонков, Дмитрий Лобов - «Өфө» ГПА-16Р газ һурҙырыу агрегаты составында АЛ-31СТ двигателе эшенең ышаныслылығын һәм һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелгән инновацион саралар эшләгәне һәм индергәне өсөн.
Мөхәррәм Бикбов, Азат Хәлимов, Эмин Усубов - күҙ туҡымаларының ультрафиолет кросслингы өсөн молекуляр-энергетика хирургияһы һәм медицина изделиелары технологияһын эшләгәне өсөн.
Андрей Стариков, Марина Петрова, Марсель Мәсәллимов, Артур Рәхмәтуллин, Азат Рәхмәтуллин - Башҡортостанда ковид-госпиталдәр концепцияһын әҙерләгән, проектлаған һәм төҙөгән өсөн.
Фото: БР Башлығы сайтынан.