Көндөҙ Туймазы ҡалаһында билдәһеҙ водитель "ВАЗ-2112" машинаһында ете йәшлек малайҙы бәрҙергән. Беренсе синыф уҡыусыһы дауаханаға оҙатылған.
Юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасҡан водителде эҙләп тапҡандар. 34 йәшлек ир иҫерек кеүек тойолған, ләкин тикшереү уның организмында алкоголдең рөхсәт ителгән кимәлдә булыуын күрһәткән (0.052 мг/л). Ирҙең әйтеүенсә, ул баланы бәрҙергәс, яуаплылыҡтан ҡурҡып ҡасҡан да, өйөндә спиртлы эсемлек эскән.
Ул алдан да эскән килеш машина йөрөткәне өсөн водитель танытмаһынан мәхрүм ителгән, былтыр тағы ла тотолоп, суд уны һигеҙ айға иректән мәхрүм иткән булған...
Иргә ҡарата бер нисә административ материал төҙөлгән, авария буйынса тикшереү бара.
Фото: БР ЮХХДИ.