Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Октябрь 2022, 15:47

Музейҙың карта-схемаһы декабргә әҙер булырға тейеш

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Евразия күсмә цивилизациялар музейын төҙөү буйынса эш төркөмө менән кәңәшмә уҙғарҙы.

Музейҙың карта-схемаһы декабргә әҙер булырға тейеш
Музейҙың карта-схемаһы декабргә әҙер булырға тейеш

Музейҙы Шишмә районында, тура хан кәшәнәһе янында урынлаштырмаҡсылар. мәсьәлә буйынса фекер алышыуҙа министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәре, археологтар, туризм өлкәһендә эшләүсе белгестәр ҡатнашты.

Буласаҡ музейҙың концепцияһы менән "Архтамға" эксперт-проект бюроһы етәксеһе Рөстәм Әлибаев таныштырҙы. Белгестәр территорияны анализлаған, төп объекттарҙы визуалләштереү башланған. Параллель рәүештә республика ғалимдары кәшәнәнән алыҫ түгел ерҙә табылған археологик ҡомартҡылар буйынса тикшеренеү эштәре алып бара. Улар араһында ҡәберлек яҙыуҙары өлөштәре лә булыуы мөмкин. Бынан тыш, Евразия ғилми-мәғариф үҙәгендә музей өсөн белгестәр әҙерләү буйынса ла һөйләшеү бара.

Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, Евразия күсмә цивилизациялар музейы төрлө тармаҡта күп проект өсөн үҫеш нөктәһе буласаҡ.

- Был ҙур объект республика мәнфәғәттәренә яуап бирергә һәм бик күп ҡунаҡты - туристарҙы, ғилми хеҙмәткәрҙәрҙе, сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен, спортсыларҙы һәм бында ғаиләләре менән килгән кешеләрҙе йәлеп итергә тейеш, - тине Радий Хәбиров. - Был проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү мөһим. Шул уҡ ваҡытта декабрь башына төп музей һәм рекреацион объекттар урынлаштырылған карта-схема әҙерләргә кәрәк.

Республика етәксеһе биләмәгә транспорт юлы, юл буйы сервисы үҫеше мәсьәләләрен дә ҡарарға ҡушты.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: