«Ирем тәүге көндәрҙән үк беҙгә бесәйҙең видеоһын ебәрҙе. Беҙ уның хәлен, нимә эшләүен һорашып яҙғанда, ул, бесәйҙе йоҡларға һалам, бесәйҙе ашатам, тип яуап ҡайтарҙы ", - тип көлә Айраттың ҡатыны Луиза.
Бесәйҙе бөтә ғаилә менән түҙемһеҙләнеп көттөк. Донбасс тиҙ арала өйҙә үҙләште, балалар менән дуҫлашып, ғаиләнең тулы хоҡуҡлы ағзаһы булып китте. Хатта Пуфик ҡушаматлы эт менән дә тыныс йәшәй. Хажиевтар бесәйҙең бомбей тоҡомло булыуын да асыҡлаған. Был төр хужаларына ҡарата тоғро булыуы менән айырыла.
«Беҙҙең өсөн ул йорт хайуаны ғына түгел, ә иремдең талисманы ла. Хәрби хәрәкәттәр барған ерҙә: диверсанттар ҙа эшләй, ҡайҙа ҡарама – шартлау. Ирем иҫән-һау әйләнеп ҡайтты. Аллаға шөкөр! », – тип белдерә Луиза.
Фото: Т. Аманов