Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Октябрь 2022, 10:12

Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау өсөн...

Кисә “Берҙәм Рәсәй” партияһының Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә өлөшләтә мобилизация шарттарында эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса граждандарҙы ҡабул итеү ойошторолдо.

Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау өсөн...
Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау өсөн...

“Эшҡыуарлыҡ” проектының төбәк йәмәғәт советы брифингына республиканың Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил аппаратынан, БР Эшҡыуарлыҡ буйынса агентлыҡтан белгестән саҡырылғайны. Сара социаль селтәрҙәрҙә тура эфирҙа барҙы, тип хәбәр итә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Эшҡыуарлыҡ” проекты координаторы Гөлнур Ҡолһарина.

“Һуңғы ваҡытта бизнес-берлектең һорауҙары күп йыйылған: әгәр ҙә эшҡыуарлыҡ субъекты етәксеһен Ватанды һаҡларға алып китһәләр, иғәнәләр, һалым, кредит буйынса бурысты нисек ҡапларға, лизингҡа алынған мөлкәтте нимә эшләтергә, ялланған эшселәр буйынса мәсьәләне нисек хәл итергә һ.б. Ҡабул итеүҙә ошондай һорауҙар барыһы ла теркәлде һәм артабанғы эшкә рекомендациялар бирелде”, – ти парламентарий.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының Йәмәғәт бүлмәһендә бушлай юридик консультация алырға мөмкин. Көн һайын көндөҙгө сәғәт 3-тән 5-кә тиклем Өфө ҡалаһы, Достоевский урамындағы 73-сө йортҡа килергә. Яҙылыу телефоны:  +7(347) 226-78-28.

Фото: vk.com (Гөлнур Ҡолһарина).

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: