+20 °С
Болотло
Ҡағы ауылынан 54 йәшлек ирҙең «Нива» багажнигында мышы кәүҙәһенең яртыһын тапҡандар. Машина эргәһендә ҡапҡан да булған. Иттең икенсе яртыһы мунсала йәшергән. Полиция хеҙмәткәрҙәре законлы рәүештә теркәлмәгән ике көбәкле ҡоралды ла тартып алған.
Билдәле булыуынса, октябрь башында ҡуйылған ҡапҡанға мышы эләккән. Ир йәнлекте мылтыҡтан атып үлтергән, түшкәһен айырып, итен өйөнә алып ҡайтҡан.
Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: Т. Аманов