Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Октябрь 2022, 09:18

Беҙ - өсөнсө урында

Башҡортостан "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса рейтингта иң алдынғы өс төбәк исемлегенә инде.

Беҙ - өсөнсө урында
Беҙ - өсөнсө урында
Был рейтинг 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы тарафынан төҙөлгән. "Етештереүсәнлек 360" дүртенсе федераль форумда еңеүселәрҙе тантаналы рәүештә бүләкләнеләр.
БР Хөкүмәте вице-премьеры - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, беҙҙә проектҡа 2018 йылдан алып 142 предприятие ҡушылған. Рейтингты төҙөүселәр хеҙмәт етештереүсәнлеге мәҙәниәтен булдырыу, милли проект буйынса барлыҡҡа килгән инфраструктураны ҡулланыу, ярҙам саралары индереү, һөҙөмтәлелек, дисциплина кеүек күрһәткестәрҙе ҡараған. 
Фото: БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: