Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Октябрь 2022, 09:57

Башҡортостанда ғинуар-сентябрҙә сафҡа индерелгән торлаҡтың күләме 7,2%-ҡа артҡан

Бының турала БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте.

Башҡортостанда ғинуар-сентябрҙә сафҡа индерелгән торлаҡтың күләме 7,2%-ҡа артҡан
Башҡортостанда ғинуар-сентябрҙә сафҡа индерелгән торлаҡтың күләме 7,2%-ҡа артҡан

Дәүләт статистикаһының Башҡортостан буйынса федераль хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, финанслауҙың бөтә төр сығанаҡтары буйынса быйыл 9 айҙа Башҡортостанда 2,2 млн кв. метр торлаҡ сафҡа индерелгән. Был былтырғы шул ваҡыт арауығына ҡарағанда 7,2%-ҡа күберәк. Республика сафҡа индерелгән торлаҡ күләме буйынса лидерлыҡты һаҡлай — Волга буйы федераль округында икенсе урын, Рәсәй кимәлендә - 7-се урын.

 Былтыр беҙҙә 2,9 миллиондан ашыу квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Был рекорд күрһәткес.  Хәҙер беҙҙең бурыс — сафҡа индерелгән торлаҡ йорттары күләмен арттырыу һәм буласаҡ төҙөлөш урындарына инфраструктура әҙерләү. 2030 йылға тиклем республика йыл да 4 млн кв.метр торлаҡты сафҡа индереүен иҫәпкә алып, бер юлы инженер селтәрҙәр, социаль объекттар ҡороуҙы ла үҙ өҫтөбөҙгә алғанбыҙ. был кешеләргә ҡулайлы шарттар тыуҙырыу тигәнде аңлата. 

Торлаҡ төҙөлөшө буйынса быйыл 9 айҙа халыҡ иҫәбенә үҙ аҡсаға һәм кредитҡа 1,5 млн кв.метр күләм тура килә. Был былтырғынан 8,6 процентҡа күберәк. 

Бөгөнгә төҙөлөш менән мәшғүл ойошмаларҙың һаны 10 374 дана тәшкил итә, уларҙа уртаса 61 мең кеше эшләй.

                                                                                                                                                                                                                

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: