Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Октябрь 2022, 13:00

Бөтөнләй намыҫы юҡмы икән?! Ололарҙы рәнйетеп ни...

Учалы районында "яҡынығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһына тарыны" тигән схема буйынса 74 һәм 77 йәшлек ҡатындарҙы, 89 йәшлек бабайҙы алдағандар. Стационар телефонға ялған "хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре" шылтыратып, пенсионерҙарҙың ейәндәренең бәләгә тарыуын, аварияға сәбәпсе булыуын хәбәр иткәндәр, йәнәһе лә, енәйәт эшен астырмаҫ өсөн курьер аша аҡса бирергә кәрәк. Алданған ололарҙың аҡсаһын алып киткән ҡыҙҙы тотҡандар. 26 йәшлек ҡыҙ - Белорет ҡалаһынан.

Бөтөнләй намыҫы юҡмы икән?! Ололарҙы рәнйетеп ни...
Бөтөнләй намыҫы юҡмы икән?! Ололарҙы рәнйетеп ни...

Ололарҙан йәмғеһе 600 мең һум алып, банкомат аша аферистарға ебәргән ҡыҙҙың аңлатыуынса, уға интернет аша аҡсалы һәм еңел эш тәҡдим иткәстәре, ҡыҙығып, эшкә тотонған. Был намыҫһыҙ ҡыҙға ҡарата енәйәт эше асылған. Уның ошоға оҡшаш башҡа енәйәттәргә ҡағылышы бармы-юҡмы икәнлеге тикшерелә. Енәйәтсел схеманы ойошторған башҡа мутлашыусыларҙы ла эҙләйҙәр.

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: