Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Октябрь , 15:00

14 бәшмәксе юғалған

 Уҙған ял көндәрендә Башҡортостан урмандарында 14 бәшмәксе аҙашҡан. Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.

14 бәшмәксе юғалған
14 бәшмәксе юғалған

Архангел, Белорет, Благовещен, Иглин, Ишембай, Мәләүез, Нуриман, Өфө һәм Шаран райондарынан, Өфө ҡалаһынан аҙашыусылар ярҙам һорап шылтыратҡан. Юғалғандарҙың күбеһе урманға бәшмәк йыйырға сыҡҡан.

 

Мәҫәлән, 16 октябрҙә  киске сәғәт 7-се яртыла Мәләүез районында өс кешенең юғалыуы тураһында хәбәр килә. Улар урманға ике автомобилдә юлланған. Аҙашыусыларҙы 17 октябрҙә иртәнсәк кенә табалар.

 

Бәшмәкселәрҙең барыһы ла иҫән-һау табылған һәм медицина ярҙамына мохтаж булмаған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в