Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Октябрь 2022, 10:30

Юл фажиғәләре - 16 октябрь

Уҙған тәүлектә республика юлдарында һигеҙ юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа өс кеше һәләк булған һәм һигеҙ кеше йәрәхәтләнгән. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 1300-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланған, 53 эскән водитель тотолған (һигеҙ кеше икенсегә тотола).

Юл фажиғәләре - 16 октябрь
Юл фажиғәләре - 16 октябрь

Иртәнге сәғәт һигеҙенселә Ҡырмыҫҡалы районында, Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль юлының 34-се саҡрымында, 26 йәшлек егет "Hyundai Accent" машинаһында 66 йәшлек йәйәүлене бәрҙергән. Ул юлға ҡапыл йүгереп килеп сыҡҡан, тип фараз ителә. Авария һөҙөмтәһендә ир ваҡиға урынында һәләк булған. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.

Киске сәғәт туғыҙынсыла Өфөлә, СССР-ҙың 50 йыллығы урамында, 18 йәшлек егет "ВАЗ-2114" машинаһында йәйәүлене бәрҙергән. Ир үлемесле йәрәхәттәрҙән вафат булған. Билдәле булыуынса, ул юлды йәйәүлеләр үткәүеленән ситтә сығып барған. Полиция хеҙмәткәрҙәре ирҙең шәхесен асыҡлай. Шулай уҡ юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре лә асыҡлана.

Төн уртаһында Бөрө районында, Бөрө-Осиновка-Ямаш автомобиль юлының 1-се саҡрымында, 21 йәшлек ҡыҙ "Mercedes-Benz С200" машинаһында юлдан осоп, электр бағанаһына бәрелгән. Бәрелеүҙән машина янып киткән. Водитель менән 22 йәшлек пассажир дауаханаға оҙатылған. Пассажир бер аҙҙан урындағы дауахананың реанимация бүлексәһендә вафат булған. Билдәле булыуынса, автомобиль закон менән билдәләнгән тәртиптә теркәлмәгән. Тикшереү башланған, уның барышында ваҡиға сәбәптәре асыҡланасаҡ.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: