- Георгий Платонов Бөйөк Ватан һуғышында 1942 йылдың ғинуарынан алып ҡатнашҡан. Мәскәү, Ржев өсөн һуғышҡан, Курск һәм Днепр өсөн алышҡан. 1943 йылдың февралендә беҙҙең 112-се Башкавдивизия нигеҙендә барлыҡҡа килгән 16-сы гвардия кавалерия Чернигов Ҡыҙыл байраҡлы дивизияның 62-се гвардия кавполкы эскадроны командиры булған.
Георгий Федорович Платоновтың исеме, беҙҙең башҡа геройҙарҙың исеме кеүек Өфөеөң Совет майҙанындағы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәм Ватан өсөн һәләк булыусыларға арналған һәйкәл колоннаһында яҙылған.
Георгий Федорович Платоновтың яҡындары һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам, - тип яҙған төбәк етәксеһе.