Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Октябрь 2022, 20:46

Сүп-сар реформаһы нисек бара?

Башҡортостанда ҡалдыҡтар йыйыу контейнерҙары һаны өс йылда өс тапҡырға артҡан.

Сүп-сар реформаһы нисек бара?
Сүп-сар реформаһы нисек бара?

БР Хөкүмәтенең сираттағы оператив кәңәшмәһендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләү буйынса реформаны ғәмәлгә ашырыу барышы ҡаралды. Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов белдереүенсә, ҡалдыҡтарҙы сығарыу барлыҡ тораҡ пунктта ла ойошторолған. 24 мең майҙанда 63 меңдән ашыу контейнер ҡуйылған. Сүп-сарҙы айырым йыйыу системаһын үҫтереүгә федераль бюджеттан беҙгә 168,7 млн һум аҡса йәлеп ителгән.

Әле реформа буйынса эш дауам итә. 

- Беҙ был реформаны буштан ғына башламаныҡ, хәҙер уны планға ярашлы ғәмәлгә ашырабыҙ. Башланғыс этабында сүп-сарҙы сығарыуға тарифтарҙы ла күтәрмәнек. Сөнки тейешле инфраструктура юҡ ине. Был дөрөҫ булды тип иҫәпләйем. Бөгөн иһә республикабыҙҙа ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эшләү системаһы барлыҡҡа килде. ТКО мәсьәләһе Хөкүмәттең даими контролендә, - тине Радий Хәбиров.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: