Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Октябрь 2022, 12:15

Наркокурьер тотолған

Май айында Белореттың полиция хеҙмәткәрҙәре синтетик наркотик таратыусы 22 йәшлек ҡыҙҙы тотҡан.

Наркокурьер тотолған
Наркокурьер тотолған

Уның кеҫә телефонында биш йәшерен "закладка" урынының фотоһүрәттәре булған. 

Ҡыҙҙың аңлатыуынса, ул үҙенең матди хәлен яҡшыртырға теләп, мессенджерҙа наркотиктар таратыусы курьер эшен эҙләп тапҡан. "Эш биреүсенең" ҡушыуы буйынса ул күрше ҡалаға барып, "закладка"нан тыйылған матдәнең партияһын алған да, дозаларҙы Белореттағы йәшерен урындарға таратып һалған.

Тәфтиш-оператив төркөм хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсе менән бергә ул урындарҙы йөрөп сыҡҡан. Бер "закладка" буш булған (унан дозаны алып өлгөргәндәр), ҡалған урындарҙан алынған наркотиктарҙың дөйөм ауырлығы яҡынса 4 грамды тәшкил иткән.

Ҡыҙ үҙенең ғәйебен таныған. Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ҡыҙҙан бер ҡайҙа ла китмәү тураһында документҡа ҡул ҡуйҙыртҡандар.

Ә тиҙҙән ҡыҙ йәнә наркоенәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә: июндә ул Белорет ҡалаһы янындағы урман янында тотолоп, кеҫәһендә бер пакет онтаҡ матдә табыла. Ҡыҙҙың әйтеүенсә, ул үҙе лә ҡай ваҡыт синтетик наркотик ҡуллана. Был юлы тыйылған матдәне һатып алырға аҡсаһы булмай, ләкин ул "закладка"ларҙың ҡайҙалығын белгәс, ағас төбөндә төргәкте табып, кеҫәһенә һала ла, ҡайтырға юллана. Әммә уны шул мәлдә полиция хеҙмәткәрҙәре тота ла инде. Тартып алынған мефедрондың ауырлығы 0,82 грамм тәшкил иткән.

Был ҡыҙ тағы ла енәйәт эше фигурантына әйләнә. Ике эш бер производствоға берләштерелеп, әлеге ваҡытта енәйәт эшен тикшереү тамамланған, раҫланған ғәйепләү һығымтаһы менән материалдар судҡа ебәрелгән, тип яҙа Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенең өлкән тәфтишсеһе Лилиә Ноғоманова.

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Наркокурьер тотолған
Наркокурьер тотолған
Наркокурьер тотолған
Наркокурьер тотолған
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: