Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Октябрь , 13:15

Муттар миллион һумдан ашыу суммаға байыған

Тәүлек эсендә генә Алиса төлкө менән Базилио бесәйҙең тоҙағына туғыҙ Буратино эләккән.

Муттар миллион һумдан ашыу суммаға байыған
Муттар миллион һумдан ашыу суммаға байыған

Өфөнән 44 йәшлек ҡатын анһат ҡына тиҙ байырға уйлаған. Интернетта еңел табыш алыуҙы вәғәҙәләгән рекламаға ҡыҙығып, үҙе тураһында мәғлүмәттәрҙе яҙып ебәргән. Бер аҙҙан уға куратор ҡатын шылтыратып, тәүге осорҙа аҡса эшләргә ярҙам итәм, тип белдергән. Уның өйрәтеүе буйынса, икеләтә күләмдә табыш алыр өсөн иң тәүҙә иҫәпкә 355 мең һум аҡса индерергә кәрәк булған. Ҡатын шул сумманы күрһәтелгән иҫәпкә ебәргән. Шуның менән кураторҙың "ярҙамы" тамамланған - ул аҡса менән бергә юҡҡа сыҡҡан.

Ә 53 йәшлек ир популяр иғландар сайтында Иркутск ҡалаһында 680 мең һумға һатылған квадроцикл тураһында иғлан күреп, һатыусы менән бәйләнешкә ингән. "Һатыусы" 400 мең һумды алдан күсереүҙе һораған. Ҡалған 280 мең һумды аҙаҡ, тауар килеп еткәс, күсереү тураһында һөйләшеп килешкәндәр. "Һатыусы" квадроциклды ебәрҙем, тип "һөйөнсө" алған, ләкин ир күпме генә көтмәһен, тауар килеп етмәгән. "Һатыусы" ла, иғланы ла юғалған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в