Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Октября 2022, 14:30

Мәктәп ашханаһында туҡланыуға нисә ҡуйырһығыҙ?

Баш ҡала уҡыусыларының ата-әсәләре араһында үткәрелгән һорау алыуҙа, мәҫәлән, 21 проценты – «өслө», 25 проценты «дүртле»гә баһалаған. Ҡәнәғәт булмаусыларҙың 7 проценты –  «икеле», 4 проценты «берле» ҡуйған.

Мәктәп ашханаһында туҡланыуға нисә ҡуйырһығыҙ?Мәктәп ашханаһында туҡланыуға нисә ҡуйырһығыҙ?
Мәктәп ашханаһында туҡланыуға нисә ҡуйырһығыҙ?

Өфөнөң мәктәп ашханаларында ризыҡтарҙың тәме һәм  сифатына   уртаса 3,6 балл ҡуйылған. Һорау алыуҙа ата-әсәләрҙең күбеһе балаларҙың фекеренә таянып яуап биргән. «Күп бала ашамай, йә һурпаһы тоҙланмай, йә борщ сөгөлдөрҙән һәм картуфтан тора»...

Ата-әсәләрҙең туғыҙ проценты  мәктәп буфетында аш-һыуҙың бик яҡшы сифатлы һәм тәмле булыуына ышана. Улар балаларының һүҙҙәре буйынса: «Аҙыҡ-түлектең сифаты һәм тәме һәйбәт, беҙгә оҡшай», – ти.
Ата-әсәләрҙең 10 проценты төрлө сәбәптәр араһында балаһының ашханала туҡланмауын белдергән.

Һорау алыу 10-ынан 14 октябргә тиклем үткәрелгән.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас