Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Октябрь 2022, 12:40

Коронавирус сигенәме?

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин яңы күрһәткестәрҙе атаны.

Коронавирус сигенәме?
Коронавирус сигенәме?

Беҙҙә был яман вирус йоҡтороу кимәле һуңғы аҙнала 37 процентҡа кәмегән. БР Хөкүмәтенең ЦУР-ҙа барған оперативкаһында билдәле булыуынса, һуңғы тәүлектә коронавирусты 319 кеше йоҡторған. Стационарҙа 236 кеше дауалана. Амбулатор рәүештә 3 631 кеше дауа ала.

Ревакцина, вакцина тураһында онотмағыҙ. 

Әйткәндәй

Радий Хәбиров беҙҙең табиптарға тағы бер мәртәбә рәхмәт әйтте: 

- Хочу сказать спасибо нашим хирургам, которые сделали мне операцию. Толковые у нас врачи, спасибо! Поэтому надо помогать им, строить новые объекты, закупать оборудование. Я сам все посмотрел.

Ишеткәнһегеҙҙер, республика етәксеһе был турала социаль селтәрҙә лә яҙҙы, ул хоккей уйнағанда тубығын ауырттырған да, операцияны Өфөләге ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында яһағандар.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: