Улар иректән мәхрүм ителеү урындарында танышҡан булған. 33 йәшлек ир уғрылыҡ өсөн ултырған, ә 58 йәшлек ир - кешене ауыр йәрәхәтләгәне өсөн.
33 йәшлек ир, танышы биргән аҡсаға аҙыҡ-түлек һәм алкоголь һатып алып, ҡабаттан уға килгән. Танышы йәнә уны йәшәргә индереүҙән баш тартҡан. Шунан йәш ир кеҫәһенән бысаҡ сығарып, фатир хужаһына йүнәлткән икән, 58 йәшлек ир бысаҡты тартып алып, уның күкрәгенә сәнскән.
Зыян күреүсе урамға сығып, үҙенә "Тиҙ ярҙам" саҡырған. Фатир хужаһы саҡырылмаған ҡунаҡ артынан иҙәнде йыуып, йоҡларға ятҡан... Уны, әлбиттә, тотҡандар һәм уға ҡарата енәйәт эшен асҡандар.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.