Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Октябрь 2022, 10:15

Өфөлә нисә мең эш урыны бар?

Кем эш эҙләй, иғтибар итегеҙ.

Өфөлә нисә мең эш урыны бар?
Өфөлә нисә мең эш урыны бар?

Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, әлегә баш ҡалала 20 078 буш эш урыны бар. Күпме түләйҙәр, тиһегеҙме?

Эш хаҡы буйынса тәүге урында – юрист вакансияһы. Айына 60 мең һумдан 80 мең һумға тиклем түләйәсәктәр. Икенсе урында — программалаусы (60 – 65 мең һум). Артабан – инженер-конструктор (45 –60 мең һум), иҡтисадсы (40 – 45 мең), бишенсе разрядлы токарь (45 – 55 мең) һәм табип-анестезиолог-реаниматолог (40 – 50 мең һум).
Ҡаланың Мәшғүллек үҙәгенең “ҡыҙыу линияһы” бар, уның телефоны – 251-51-75.

Башҡортостан вакансияларының бөтә теҙмәһен #Работа02_вакансии тип яҙып табырға була.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: