-12 °С
Болотло
Төркөмдө Өфө кешеһе етәкләгән. Ул иптәштәре менән бергә халыҡты бәхәсле хәлдәргә этәргән. Бәхәс барышында енәйәтсе тоҙаҡҡа эләгеүселәргә янаған һәм йыш ҡына уйлап сығарылған һылтау менән аҡса, мөлкәт талап иткән. Уларҙың эшмәкәрлегенән таныштары ғына түгел, осраҡлы үтеп барыусылар ҙа зыян күргән.
Тентеү ваҡытында ике көбәкле ҡоралға оҡшаған предмет, ике пистолет, шулай уҡ патрон һәм үҫемлек сығышлы матдә һалынған пакет тартып алынған.
Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғәйепләнеүселәр һаҡ аҫтына алынған.
Фото: Т. Аманов