Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Октябрь 2022, 14:20

Өфөлә балаһы алдында ҡатынына ут төрткән иргә хөкөм ҡарары сығарылды

Ир ҡатынын үлтереүҙә ғәйепле тип танылды. Был хаҡта Башҡортостандың Тәфтиш комитеты хәбәр итә.

Өфөлә балаһы алдында ҡатынына ут төрткән иргә хөкөм ҡарары сығарылды
Өфөлә балаһы алдында ҡатынына ут төрткән иргә хөкөм ҡарары сығарылды

2021 йылдың 17 сентябрендә «Дубрава-Радио» коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтендә ир менән ҡатын араһында низағ сыға. Ир 45 йәшлек ҡатынына еңел тоҡанып китеүсе шыйыҡса һибә һәм бәлиғ булмаған ҡыҙының күҙ алдында ут төртә. Әсәһенә ҡапҡан утты һүндереп, ҡыҙы “Ашығыс ярҙам” саҡырған. Зыян күреүсе 76 процент тән бешеүе алған. Күрһәтелгән ярҙамға ҡарамаҫтан, ул 2021 йылдың 11 октябрендә үлә.

 

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен өлөшләтә генә таный. Суд уны 16 йылға ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатты, унан һуң йыл ярымға иркенән сикләне. Шулай уҡ ул зыян күреүсенең туғандарына 1,5 миллион һум күләмендә компенсация түләргә тейеш ти белдерҙе.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: