Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Октябрь 2022, 09:14

Элеваторға сәйәхәт

“Мәғариф” милли проектына ярашлы асылған агрокластар эшмәкәрлеге һәм уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреү буйынса саралар йыш үтә.

Элеваторға сәйәхәт
Элеваторға сәйәхәт

Ошо юҫыҡта Дүртөйлөләге 5-се мәктәптең 10 – 11-се кластарҙа уҡыусы балалар өсөн элеваторға таныштырыу сәфәре ойошторолдо.

Элеватор хәүефһеҙлек техникаһынан башлана, унан һуң ғына сәнәғәт объектына үтергә мөмкин. Сәфәрҙең тәүге нөктәһе лаборатория булды. Сөнки игенде ҡабул итеү процесы тап ошонда башлана һәм ул сифат контроленә алына. Уҡыусылар элеватор эшенең бөтә этаптары менән танышты һәм, әлбиттә, уның тарихы хаҡында ентекле мәғлүмәт алды, шулай уҡ әһәмиәтле объект булыуын белде.

Бәлки, тап ошо сәйәхәттән һуң кемдәлер аграр өлкәлә һөнәр һайлау теләге уянғандыр.

Фото: Дүртөйлө районы хакимиәтенән.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: