Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Октября 2022, 10:10

“Динә өсөн рәхмәт!”

Вилдан Шәмсетдинов (“Вилли” ) һөйгән йәре Гөлназ Асаеваға рәхмәт һүҙҙәре еткереп,  социаль селтәрҙә йылы яҙма менән уртаҡлашты.

“Динә өсөн рәхмәт!”“Динә өсөн рәхмәт!”
“Динә өсөн рәхмәт!”

Теүәл бер йыл элек, артистарҙың ғаиләһен тулыландырып, ҡыҙҙары Динә тыуа.

"Бөгөн – беҙҙең өсөн иң бәхетле көнөбөҙ. Динәбеҙ өсөн рәхмәт!" –  тип яҙа ул социаль селтәрҙә.

 

Йырсыны һәм ире Вилданды бәхетле көндәре менән ҡотлайбыҙ! Әйткәндәй, Вилдан Атайҙар көнөндә атай булған! Инде йәш ата-әсәгә сабыйҙарын дүрт күҙ-ҡаш араһында үҫтерергә яҙһын! Сабый ғүмерле һәм бәхетле булһын!

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас