Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Октябрь 2022, 12:27

Байрамда тағы бер иҫтәлекле объект асыла

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә яңы стела барлыҡҡа киләсәге хаҡында хәбәр итте.

Байрамда тағы бер иҫтәлекле объект асыла
Байрамда тағы бер иҫтәлекле объект асыла

Ошо минуттарҙа Хөкүмәтте аҙналыҡ оператив кәңәшмә бара. Республика етәксеһе белдереүенсә, 4 ноябрҙә, Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә, "Өфө - хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" стелаһы асыласаҡ. Ул Ағиҙелдең көньяҡ ярында, Өфөгә аэропорттан ингән юлға яҡын ерҙә урынлаштырыла.

Белеүегеҙсә, был әһәмиәтле статус баш ҡалабыҙға РФ Президенты В. Путин указы менән 2020 йылдың июлендә бирелде.

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: