Алда тотолғандарҙан айырмалы рәүештә, был бик ҙур фазаға эйә буласаҡ - 0,81. Йәғни иң юғары тотолошонда Ай Ҡояш ҡулсаһының 0,81 өлөшөн ҡаплаясаҡ.
Өфөлә Ҡояш урындағы ваҡыт буйынса көндөҙгө сәғәт 2 тула 44 минутта тотола башлай. Иң юғары нөктәгә 15:59 сәғәттә килеп етә, ул саҡта Ай ҡояш дискыһын 0,81 өлөшөн ҡаплай. 17:09 сәғәттә тотоу тамамлана. Тотош процесс 2 сәғәт 25 минутҡа һуҙыла. Тотолған урынды яҡшыраҡ күреү өсөн көньяҡ-көнбайышҡа табан асыҡ ерҙә урын һайларға кәрәк.
Киләһе тотолоуҙы 5 йылдан - 2027 йылдың авгусында бәләкәй фазала күрергә мөмкин.
2030 йылдың 1 июнендә 0,9- фазаһында тотолоуҙы күҙәтергә мөмкин буласаҡ. Башҡортостанда йәшәүселәр ҡояштың тулыса тотолоуын 2061 йылдың 20 апрелендә күрә аласаҡ.
Фото: Т. Аманов