Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Октябрь 2022, 15:33

Балаларҙы һәм ғаиләләрҙе яҡлау өлкәһендә Президенттың йөкләмәләре баҫылды

Рәсәй Президенты Владимир Путин, Ғаиләләрҙе һәм балаларҙы яҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу буйынса совет ултырышы йомғаҡтарына ярашлы, мөһим йөкләмәләр исемлеген раҫланы.

Балаларҙы һәм ғаиләләрҙе яҡлау өлкәһендә Президенттың йөкләмәләре баҫылды
Балаларҙы һәм ғаиләләрҙе яҡлау өлкәһендә Президенттың йөкләмәләре баҫылды
  1. РФ Хөкүмәтенә:

а) Рәсәй ҡануниәтенә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн милли художестволы (уйын) фильмдарын төшөрөүҙе һәм прокатын тулыһынса дәүләт финанслауы өсөн үҙгәрештәр индереүҙе тәьмин итергә. Үтәү ваҡыты – 2022 йылдың 30 декабренә;

б) 2023/24 уҡыу йылынан ил субъекттарынынң бөтә һөнәри уҡыу йортонда берҙәм тәрбиәүи мөхит булдырыу һәм йәштәрҙе ижтимағи-файҙалы эшмәкәрлеккә йәлеп итеү маҡсатында директорҙың тәрбиә һәм балалар йәмәғәт ойошмалары берләшмәләре менән эшләү буйынса кәңәшсеһе вазифаһын булдырыуҙы тәьмин итергә. Доклад – 2023 йылдың 1 сентябренә, артабан – һәр ярты йыл һайын;

  1. Рәсәй Хөкүмәтенә һәм РФ субъекттарының башҡарма власть органдары менән берлектә:

а) патриотик һәм рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү мәсьәләләрен көйләүсе федераль һәм төбәк кимәлендәге стратегик планлаштырыу документтарына һәм норматив хоҡуҡи акттарға анализ яһарға һәм уларҙағы “рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр” һәм ”рухи-әхлаҡи тәрбиә” төшөнсәләренең аңлатмаларын гармониялаштырыуға һәм унификациялауға йүнәлтелгән үҙгәрештәр индерергә. Доклад – 2022 йылдың 1 декабренә, артабан – йыл һайын;

б) балалар һәм йәштәрҙең дөйөм Рәсәй ижтимағи-дәүләт хәрәкәтенә ярҙам күрһәтеү, шул иҫәптән уның матди-техник базаһын булдырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә, балаларҙың ялын һәм уларҙы һауыҡтырыуҙы ойоштороуҙы, атап үтелгән Хәрәкәт менән үҙ-ара эш итеүсе өҫтәмә белем биреүҙе, мәҙәниәтте һәм спортты ойоштороуҙы билдәләргә. Доклад – 2022 йылдың 1 декабренә, артабан – ярты йыл һайын;

  1. Рәсәй Хөкүмәтенә “Интернетты үҫтереү институты” автономлы коммерция булмаған ойошма менән берлектә даими рәүештә яңы форматтарҙа балаларға һәм йәштәргә патриотик һәм рухи-әхлаҡи тәрбиә биреүгә йүнәлтелгән кәрәкле һанлы контент һәм мультимедиа булдырыуҙы тәьмин итергә, был маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан 2023 йылдан башлап йыл һайын 3900 млн һум күләмендә бюджет тупламдары бүлеүҙе ҡарарға. Доклад – 2022 йылдың 1 ноябренә, артабан – йыл һайын;
  2. Рәсәй Хөкүмәтенә “Белем” Рәсәй ойошмаһы” Бөтә Рәсәй ижтимағи-дәүләт мәғрифәт ойошмаһы ҡатнашлығында юғары белем биреү программаларын ғәмәлгә ашырған дөйөм белем биреү ойошмалары педагогтары өсөн йәштәр менән эшләү буйынса белем һәм компетенция күтәреүгә йүнәлтелгән саралар (көнүҙәк ижтимағи-сәйәси ваҡиғалар һәм белем биреү-алыуҙың төрлө ҡаҙанышына иғтибар бүлеп) уҙғарыуҙы тәьмин итергә. Доклад – 2022 йылдың 1 декабренә;
  3. Рәсәйҙең Мәғрифәт министрлығына РФ субъекттарының башҡарма власть органдары менән берлектә һәм Рәсәй тарих ойошмаһы, Рәсәй хәрби-тарихи ойошмаһы ҡатнашлығында Рәсәй Федерацияһы субъекты тарихын (тыуған яҡ тарихын) уҡытыуҙы башланғыс дөйөм, төп дөйөм һәм урта дөйөм белем биреүҙең төп мәғариф программаларына ярашлы раҫлатып эш итеүҙе тәьмин итергә. Доклад – 2022 йылдың 1 декабренә;
  4. Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығына Рәсәй рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре нигеҙендә төрлө яҡлап үҫтереүгә йүнәлтелгән художестволы, документаль, ғилми-популяр, уҡыу, анимацион фильмдарҙы ҡарау маҡсатында башланғыс дөйөм, төп дөйөм һәм урта дөйөм белем биреү программалары буйынса уҡыусыларҙы бюджет аҡсалары иҫәбенә кинотеатрҙарға йөрөтөүҙе ойоштороу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә. Доклад – 2022 йылдың 1 декабренә.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: