Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Октябрь 2022, 11:30

Алты балалы ир полиция хеҙмәткәрен йәрәхәтләгән

Салауат районының Таймый ауылында 15 октябрь фажиғә булған. Унда бер ир полиция хеҙмәткәренә атҡан.

Алты балалы ир полиция хеҙмәткәрен йәрәхәтләгән
Алты балалы ир полиция хеҙмәткәрен йәрәхәтләгән

Ир хәләл ефете, алты балаһы һәм иптәше менән өйөндә булған. Күршелә йәшәгән ҡатындың саҡырыуына хоҡуҡ һаҡлаусы килгән. Билдәле булыуынса, ул  ирҙең  үҙен кәмһетеүе  тураһында хәбәр иткән. Әммә йорт хужаһы полицейскийҙы пневматик мылтыҡ менән ҡаршы ала һәм тәртип һаҡсыһына ата. Һуңынан ир өйөндә бикләнә һәм ут төртөү менән  янай.

 

Хоҡуҡ һаҡлаусының коллегалары ярҙамға килгән. Улар һөйләшеүҙәр алып барырға маташа, әммә килеп сыҡмай. Өйҙө штурмларға тура килә. Бәхеткә күрә, берәү ҙә зыян күрмәгән.

 

Хәбәр ителеүенсә, ғәйепләнеүсегә 33 йәш. Быға тиклем ул хөкөм ителгән. Ир менән ҡатындың алты балаһы бар, кесеһенә бер йәш тә юҡ. Улар бер ҡайҙа ла эшләмәй.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: