+1 °С
Ясна
16 октябрҙә кискеһен һәм 17 октябрҙә иртән һауа торошоноң боҙолоуы ихтимал. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, томан төшөүе көтөлә. Күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре томан ваҡытында үҙ-үҙеңде нисек һаҡларға кәрәклеге тураһында һөйләне. Мәҫәлән, йөрәк-ҡан тамырҙары йәки астматик сирҙәр менән яфаланған кешеләргә өйҙә ултырырға кәңәш ителә. Йәйәүлеләргә юл аша сыҡҡанда иғтибарлыраҡ булырға кәрәк. Водителдәргә иһә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен, атап әйткәндә тиҙлек режимын теүәл үтәү мотлаҡ. Фото: Т. Аманов