Көндөҙгө сәғәт өсөнсөлә Шишмә районында, Шишмә-Келәш-Өфө автомобиль юлының 1-се саҡрымында, 50 йәшлек ир "Jaguar XF" машинаһында юлдан осҡан. Авария һөҙөмтәһендә водитель тиҙ медицина ярҙамы килеп еткәнсе вафат булған. Уның пассажирҙары, 36 һәм 40 йәшлек ҡатындар, шулай уҡ 46 йәшлек ир йәрәхәтләнеп, дауаханаға оҙатылған. Бер нисә экспертиза үткәреү билдәләнгән. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.
Киске сәғәт ете тирәһендә Ҡырмыҫҡалы районында, Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 34-се саҡрымында, Ғафури районынан 30 йәшлек ир "Hyundai Solaris" машинаһында Өфөнән 78 йәшлек бабайҙы бәрҙергән - ул ярамаған урында юл аша сығып барған. Йәйәүле "Тиҙ ярҙам" машинаһында йән биргән. Тикшереү башланған, уның барышында ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
Үҙегеҙҙе һәм тирә-йүндәгеләрҙе юлдарҙағы фажиғәле эҙемтәләрҙән һаҡлағыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.
Фото: БР ЮХХДИ.