Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Октябрь 2022, 10:00

Яуап биреүселәрҙең 14 проценты атайһыҙ үҫкән

Атайҙар көнө уңайынан Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге һорау алыу ойошторған.

Яуап биреүселәрҙең 14 проценты атайһыҙ үҫкән
Яуап биреүселәрҙең 14 проценты атайһыҙ үҫкән

Һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың 70 проценттан ашыуы уларҙы тәрбиәләүҙә атайҙың әүҙем ҡатнашыуын билдәләй. Уларҙың фекеренсә, атай тәрбиәһе ҡыйыулыҡ һәм тәртип формалаштырырға ярҙам иткән.

Ә 13 проценты атайҙар уларҙы тәрбиәләүҙә ҡатнашмаған, тип яуаплаған, Мәскәү һәм Санкт-Петербург халҡы араһында һәр бишенсе кеше ошондай яуап ҡайтарған. Шулай уҡ яуап биреүселәрҙең 14 проценты атайһыҙ үҫкән.

Рәсәйлеләр фекеренсә, ҡыйыулыҡ һәм тәртип  - атай тәрбиәһе барышында формалашҡан ике төп сифат, уларҙы 22 процент кеше билдәләгән. Атай балаларҙа намыҫлылыҡ, ғәҙеллек тәрбиәләй, тип иҫәпләй яуап  биреүселәрҙең 12 проценты. Атайҙар тоғро, ҡыйыу булырға өйрәтә, тигән фекерҙә һәр унынсы кеше. Илһөйәрлек тәрбиәһендә атайҙың ролен 9 процент яуап биреүсе билдәләй.

Һорау алыу барышында атайҙарҙағы кире сифаттарҙы әйтеүе ауырға тура килгән. Шулай ҙа атайҙарҙың эскелек менән мауығыуы беренсе урынға ҡуйылған ( 12 процент). Унан һуң ҡанһыҙлыҡ, баҫҡынсыллыҡ килә (6-шар процент). Өсөнсө урында – насар ғәҙәттәр (5 процент).

Һорау алыуҙа 18 йәштән өлкән 1600 кеше ҡатнашҡан.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: