Эше Белорет ҡалаһы, Киров урамы, 58-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. «Урал батыр» эпосында Һомай - мифик ҡош, Урал батырҙың ҡатыны, кешеләрҙе ҡурсалаусы.
Был һүрәттә Һомай беҙҙең алдыбыҙға милли кейемдәге башҡорт ҡыҙы образында килеп баҫа. Был осраҡлы түгел, сөнки милли кейемдә тәбиғәт мөхите, хужалыҡ-көнкүреш тәртибе генә түгел, халыҡтың этник үҙенсәлеге, уның рухи мәҙәниәте һәм инаныуы ла сағыла. Өлкән быуын костюм ярҙамында киләсәк быуынға халҡының мираҫын тапшыра, үҙенең тарихын һөйләй.
Яҡташыбыҙ өсөн ошо номер буйынса 8 (800) 301-50-23 тауыш бирегеҙ һәм тон режимында индивидуаль номер – 1-ҙе күрһәтегеҙ.
10-ынан 23 октябргә тиклем тауыш бирергә мөмкин. Тауыш биреү статистикаһын ошонда на formartpfo.ru белергә була.
Фото: Т. АМАНОВ.