Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Октябрь 2022, 17:15

Юл фажиғәләре - 14 октябрь

Уҙған тәүлектә республика юлдарында биш автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа ете кеше йәрәхәтләнгән. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ике меңгә яҡын юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланған, 50 иҫерек водитель тотолоп, транспорт менән идара итеүҙән ситләтелгән.

Юл фажиғәләре - 14 октябрь
Юл фажиғәләре - 14 октябрь

Киске сәғәт туғыҙынсыла Иглин ауылында 60 йәшлек ир "Toyota Corolla" машинаһында ике йәйәүлене бәрҙергән. 48 һәм 49 йәшлек ҡатындар төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Водителдең һүҙҙәренсә, ҡатындарҙың икеһе лә юлда ятҡан (береһе икенсеһен торғоҙорға маташҡан). Йәйәүлеләрҙең кейемендә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар булмағас, водитель уларҙы килеп етер саҡта ғына күреп ҡалып, тормозға баҫҡан да, рулде ситкә борған, әммә барыбер ҡатындарҙы төрттөргән.

Тикшереү башланған, уның барышында ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. 

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: