Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Октябрь 2022, 11:45

Яугирҙәргә ылау юлланасаҡ!

16 октябрҙә Өфө районының «Башсельхозтехника» нигеҙе биләмәһенән Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Достовалов исемендәге батальон яугирҙәре өсөн посылкалар менән ике  фура юлға сығасаҡ.

Яугирҙәргә ылау юлланасаҡ!
Яугирҙәргә ылау юлланасаҡ!

«Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәләренең М.М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы майҙансыҡтарында посылкалар йыйыу ойошторолғайны. Унда мобилизацияланған һалдаттарҙың һәм ирекмәндәрҙең туғандары, штаб составында эшләгән һәм берләшкән йәмәғәт ойошмалары ирекмәндәре, эшҡыуарҙар һәм республиканың вайымһыҙ булмаған кешеләре әүҙем ҡатнашты.

Посылкалар батальон яугирҙәренең үтенесен һәм теләген иҫәпкә алып булдырылған. Улар – резина итектәр, термо кейем, йоҡо тоҡтары, флис курткалары, башлыҡтар, төҙөлөш бирсәткәләре, йоҡо кейемдәре, келәмдәр, тактик күҙлектәр, бензобысҡылар, көрәктәр, балталар, термостар, газ баллондары, бысаҡтар, канистрҙар, консервалар, шәкәр, сәй, кәнфиттәр һәм башҡалар.

Яҡташтарыбыҙ бигерәк тә яратҡан һәм ҡәҙерле кешеләренән – ата-әсәләренән, ҡатындарынан, балаларынан һәм яҡын туғандарынан посылка көтә. Әйберҙәр ебәрелгәндән һуң, 40 сәғәт тирәһе үткәс, һалдаттарыбыҙ тыуған йорттарынан хәбәр аласаҡ.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: