Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Октябрь 2022, 15:00

«Камера объективында - Башҡортостан мираҫы»

Республиканың Милли музейы уҡыусылар өсөн «Камера  объективында - Башҡортостан  мираҫы» тигән конкурс ойоштора.

«Камера  объективында - Башҡортостан  мираҫы»
«Камера объективында - Башҡортостан мираҫы»

Унда VI – XI  класс уҡыусылары ҡатнаша ала.

Конкурсҡа эштәр алты номинация буйынса ҡабул ителә:

«Башҡортостан Республикаһындағы тәбиғәт объекттары буйынса иң яҡшы видеоролик;

«Башҡортостан Республикаһындағы мәҙәни мираҫ объекттары буйынса иң яҡшы видеоролик»;

«Башҡортостан Республикаһындағы материаль булмаған мәҙәни мираҫ буйынса иң яҡшы видеоролик»;

«Башҡортостан Республикаһындағы тәбиғәт объекттары буйынса иң яҡшы  фото»;

«Башҡортостан Республикаһындағы мәҙәни мираҫ объекттары буйынса иң яҡшы фото»;

«Башҡортостан Республикаһындағы материаль булмаған мәҙәни мираҫ буйынса иң яҡшы фото».

Ҡатнашыу тураһында ғариза, шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ һәм конкурс эшен бөгөнгө көндөң аҙағына тиклем, йәғни 15 октябрҙә,  [email protected] электрон почтаһына ебәрергә  кәрәк.

Һәр ҡатнашыусы конкурсҡа бер эшен генә тәҡдим итә ала. Барлығы 12 еңеүсе билдәләнәсәк.

Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо телефон буйынса алырға була: 8(347)273-44-51.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: