Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Октябрь 2022, 11:15

Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө менән!

Хөрмәтле ауыл ҡатын-ҡыҙҙары!!! Һеҙҙе 15 октябрь — Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Сәләмәтлек, оҙон ғүмер, балалар һәм ғаилә ҡыуанысы, шатлыҡтарға төрөнгән көндәр теләйбеҙ! Ябай ҙа һеҙ, эшсән дә һеҙ, Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары! Ауыл бисәһе (шаярыу ҡатыш ысынбарлыҡ)Мыҫҡыллап ҡатын – ҡыҙҙарға “Ауыл бисәһе” тиҙәр. Ауыл бисәһенең “йөгөн” Күтәрә алмай ирҙәр Утын яра, бесән саба, Тиҙәген көрәй малдың Баҡса тулы йәшелсәһе, Эшендә лә ул алдын. Балалары итәк тулы, Зарланмай ул иренә. Һөт-май һатып баҙарҙарҙа Хәстәрләй кейеренә. Ауыл бисәһенең эшен Ҡала сибәре әгәр Бер көн генә үтәһә лә Йығылып үлер мәгәр... “Ауыл бисәһе” тигәнгә Ғәрләнмәгеҙ, ҡатындар! Күкрәк һуғып маҡтанырға Һеҙҙең тулы хоҡуҡ бар!???????? Фирүзә Ғәҙелшина

Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө менән!
Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө менән!

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: