-5 °С
Болотло
Ингредиенттары (4 порцияға):
Брокколи – 4 дана
Ҡыҙыл һуған – ½ баш
Бекон – 200 г
Майонез – 1 стакан (әҙерәк тә мөмкин)
Шарап уксусы – 2 ҡалаҡ
Тәменсә тоҙ, борос
Йөҙөм – 2 ҡалаҡ
Сәтләүек – 2 ҡалаҡ
Табала әҙ генә майҙа беконды ҡыҙҙырып алырға. Брокколиҙы, һуғанды ваҡлап турарға. Шунан ошо өс ингредиентты бергә ҡушып бутарға. Йөҙөм менән сәтләүектәрҙе ваҡлап ҡушырға. Әйткәндәй, уларҙы ҡушмаһағыҙ ҙа була.
Майонез, уксус, тоҙ һәм боросто айырым һауытта яҡшылап болғарға һәм баяғы беконлы массаға өҫтәргә. Салатты ярты сәғәткә булһа ла һыуытҡысҡа ҡуйып торорға кәңәш ителә.
Тәмле булһын!