-4 °С
Болотло
“Күрше Илшат ағай Һарғай ауылынан һыйыр алғайны. Көҙгә тиклем йөрөп торһон тип ҡалдырҙы, мал ни сәбәптәндер махсус көтөү урынан сығып киткән һәм уға айыу ташланған. Күрше әйткәс тә барып еттек. Мал ныҡ ҡазаланған. Урында һуйырға тура килде”, - ти Вениамин Әхмәтйәнов.
Уның һүҙҙәренсә, айыу – йәш – быйылғы булған.
Көҙөн йыртҡыстар әүҙемләшә, шуға мал-тыуарҙы күҙ уңынан ысҡындырмай, мөмкин тилекм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һаҡларға кәрәк.
Фото: Т. Аманов