-1 °С
Болотло
Кисен Нефтекамала 64 йәшлек ир "Лада Нива" машинаһында һулға боролғанда ҡаршы килгән "Beta Alp" мопедына юл бирмәй... Аварияла мопедтың 12 йәшлек водителе һәм уның 14 йәшлек пассажиры йәрәхәтләнгән.
Ошо уҡ ваҡытта Нефтекамала 16 йәшлек студент "Regunmoto" мопедында түңкәрелгән. Үҫмерҙе дауаханаға һалғандар.
Йыл башынан алып республика юлдарында бәлиғ булмаған водителдәр ҡатнашлығында 54 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлеп, уларҙа өс баланың ғүмере өҙөлгән, 51 бала йәрәхәтләнгән.
Фото: БР ЮХХДИ.