Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Октябрь 2022, 09:16

Йәш уҡытыусылар семинарға йыйылды

"Мәғариф" милли проектының "Киләсәк уҡытыусыһы" төбәк проекты буйынса Өфөлә "Йәш педагог курсы" республика семинары ойошторолдо. 

Йәш уҡытыусылар семинарға йыйылды
Йәш уҡытыусылар семинарға йыйылды
Был сара Өфө күп профилле һөнәри колледжы базаһында үтте һәм ошонда уҡ "Ижади дуэт: Уҡытыусы - Уҡытыусы" конкурсының еңеүселәре бүләкләнде.
Еңеүселәр араһында Салауат ҡалаһы вәкилдәре лә бар ине. 18-се мәктәптең информатика уҡытыусыһы Нурсилә Мәүлитова "Уҡытыусынан лайфхактар" номинацияһында еңеп сыҡты.
Йәш педагогтарға тренингтар, "түңәрәк өҫтәл" дә ойошторолдо.
 
Фото: Салауат ҡалаһы хакимиәтенән.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: