+1 °С
Ясна
“Өфө” халыҡ-ара аэропортынан белдереүҙәренсә, 3 ноябрҙән Ереванға кесе йома һәм йәкшәмбе осорға мөмкин буласаҡ. "Shirak Avia” авиакомпанияһының Боингтары осасаҡ. Ә “Азимут” авиакомпанияһының дүшәмбелә рейсы бар.
Махачкаланан Өфөгә иһә 16 ноябрҙән “Red Wings” авиакомпанияһының ”SSJ100” самолеттары шаршамбы һайын киләсәк. Әйткәндәй, Махачкала – Өфө – Махачкала маршруты федераль һәм төбәк ҡаҙналарынан субсидиялана, шуға ла билет хаҡтары ҡиммәт булмаясаҡ.