Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Октябрь , 19:30

Нервы системаһы өсөн файҙалы аҙыҡ-түлек

Табип-диетолог, медицина фәндәре кандидаты Дарья Русакова нервы системаһының дөрөҫ эшләүенә һәм стресс кимәлен кәметергә ярҙам итеүсе аҙыҡ-түлекте атаны.  

Нервы системаһы өсөн файҙалы аҙыҡ-түлек
Нервы системаһы өсөн файҙалы аҙыҡ-түлек

Ундайҙарға ул үлән сәйҙәре, цитрус, һоро дөгө, шпинат, банан, ҡуҙаҡлылар һәм эремсек инеүен белдерҙе.

«Үлән  сәйҙәре, мәҫәлән, ромашка, бөтнөк, йүкә йәки энәлек нервы системаһына тынысланырға мөмкинлек биреп, кортизол кимәлен яҡшырта. Цитруслылар: лимон, әфлисун, грейпфрут ҡанда кортизол кимәлен кәметә. Һоро дөгө, шпинат, банан кеүек магний сығанаҡтары стресҡа ҡаршы тора», – ти Дарья Русакова.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в